Киләһе айҙан республикала парктарҙы һәм скверҙарҙы федераль программа буйынса үҙгәртеп ҡороу башлана. Быйыл 123 йәмәғәт биләмәһе яңыртыла. Барлыҡ проекттарҙы ла халыҡ уҙған йыл онлайн-тауыш биреү ярҙамында һайланы. Улар “Уңайлы ҡала мөхите” программаһы буйынса ремонтлана. Киләһе йылда йәмәғәт урындарын төҙөкләндереү өсөн дәүләт хеҙмәттәре порталында 31 майға тиклем тауыш бирергә мөмкин.