Бөгөн Өфөлә йылытыу миҙгеле тамамлана

Был турала ҡала хакимиәтенән хәбәр итәләр. Тейешле ҡарарға ҡул ҡуйылған. 2023-2024 йылдарҙағы йылытыу миҙгеле 16 тәүлеккә  ҡыҫҡа булды.  Башҡа район һәм ҡалалар йылы биреүҙе  туҡтатыу тураһында  ҡарарҙы  һауа шарттарын иҫәпкә алыу, үҙ аллы  ҡабул итә, тие белдерҙе Торлаҡ-коммуналь  хужалыҡ  министры Ирина  Голованова.