Стәрлебаш районында «Патриот» хәрби-илһөйәрлек паркы филиалы төҙөлөшө дауам итә

Элекке «Орленок « һауыҡтырыу үҙәге майҙанында урынлашҡан биләмәлә йәйгә балалар һәм үҫмерҙәр ҡабул ителә башлаясаҡ. Республикала «Патриот» хәрби-илһөйәрлек парк филиалдары Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡарары буйынса төҙөлә. Стәрлебаш районынан тыш ошондай уҡ объекттар Баймаҡ һәм Ҡыйғы райондарында ла ойоштороласаҡ. Филиалдарҙа йыл әйләнәһенә мәктәп уҡыусылары йыйындары һәм хәрби-патриотик йүнәлештәге сменалар үткәрелер тип көтөлә.