Алдараҡ хәбәр ителеүенсә, Ырымбурға һәм Илек ауылына ярҙамға Башҡортостан, Татарстан һәм Һамар өлкәһенән Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының өҫтәмә көстәре һәм техника ебәрелде. Беҙҙең республиканан тупланған мобиль төркөм ваҡиға урынында эшләүен дауам итә. Йорттар һәм ихаталарҙан һыу һурҙырыла, нығытыу ҡоролмалары ҡуйыла. Ҡотҡарыусылар шулай уҡ халыҡты аҙыҡ-түлек һәм медикаменттар менән тәьмин итә. Күрше өлкәгә ярҙамға 33 хеҙмәткәр һәм 10 берәмек техника барған. Эсәр һыу, гигиена сараларынан тыш, күрше төбәккә 10 мотопомпа ла ебәрелгән.