Башкортостан ҡотҡарыусылары Ырымбурҙа ташҡындан зыян күреүселәргә ярҙам күрһәтеүен дауам итә

Бөгөн республика Ғәҙәттән тыш хәл министрлығы хеҙмәткәрҙәре ҡаланың «Станция буйы» биҫтәһендә эшләй. Йорттарҙы һыу 14 апрелдә баҫҡан. Ташҡын һыуҙары 2 метрға тиклем күтәрелгән. Йорт подвалдары, беренсе ҡаттағы фатирҙар зыян күргән. Башҡортостан ҡотҡарыусылары урамдарҙан һыуҙы һура, халыҡҡа ярҙам итә. Әле һыу бер аҙ кәмегән. Халыҡ яйлап йорттарына ҡайта башлаған.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, республика етәксеһе ҡушыуы буйынса күрше төбәккә ярҙамға Башҡортостандан 10 берәмек техника һәм 33 ҡотҡарыусы ебәрелгән. Мобиль төркөм ҡалалағы бер нисә биҫтәне һыуҙан ҡотҡарып өлгөргән дә инде.