Өфөлә Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, күренекле музыка фольклоры белгесе Фәрит Камаев иҫтәлегенә таҡтаташ асылды. Республика сәнғәт һәм музыка донъяһында танылған белгестең тыуыуына 80 йыл тулыу уңайынан ойошторолған сараға шәхестең хеҙмәттәштәре, уҡыусылары, яҡындары, йәмәғәт эшмәкәрҙәре йыйылды.
1965 йылда Фәрит Камаев, сәнғәт училищеһын тамамлап, Ейәнсура районы Иҫәнғол балалар музыка мәктәбенә эшкә ебәрелә. 1971 йылдан ғүмеренең һуңғы көндәренә тиклем ул Өфө дәүләт сәнғәт институтында эшләй. Хеҙмәт юлын музыка теорияһы уҡытыусыһы булып башлай. Фәрит Хөснулла улының тырышлығы менән уҡыу йортонда башҡорт халыҡ музыкаһы һәм фольклоры кафедраһы асыла һәм ул уның тәүге мөдире итеп тәғәйенләнә.