Радий Хәбиров Александр Лынникты орден менән бүләкләне

Бөгөн Республика Башлығы осоусы-инструктор, Рус география йәмғиәте ағзаһы Александр Лынник менән осрашты. Яҡташыбыҙ донъя рекордын ҡуйҙы. Ул парашютта Төньяҡ ҡотопҡа осоп төштө. Өс кешенән торған команда 10 мең метр бейеклектән, йәғни стратосферанан һикерҙе. Радий Хәбиров спортсыға генерал Шайморатов орденын тапшырҙы.