Өфөлә Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 79 йыллығына арналған «Георгий таҫмаһы» Бөтә Рәсәй патриотик акцияһы башланды. Баш ҡаланың йәштәр эштәре буйынса комитетында белдереүҙәренсә, Георгий таҫмаһын ҡаланың һәр районында алырға мөмкин. Улар 9 майға тиклем үҙәк урамдарҙа, парктарҙа һәм сауҙа үҙәктәре алдында таратыла. Майҙандарҙа ирекмәндәр таҫманы нисек дөрөҫ тағып йөрөргә кәрәклеген дә аңлата. Уны йөрәк тәңгәленә генә тағырға рөхсәт ителә. Георгий таҫмаһы - хәрби дан символы, еңеүселәрҙең ҡаһарманлығына хөрмәт билдәһе.