Яңы объектҡа бөгөн нигеҙ һалынды. Тантанала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров, Халыҡ-ара бокс ассоциацияһы президенты Умар Кремлев ҡатнашты.
Бокс үҫеше үҙәге һәм Теннис академияһын Өфөнөң тарихи үҙәгендә, Якутов паркында төҙөү ҡаралған. Спорт объекты 12 мең квадрат метр майҙанды биләйәсәк. Әлеге ваҡытта бокс үҫеше үҙәктәре Мәскәү һәм Санкт-Петербург ҡалаһында бар. Әммә Башҡортостандың баш ҡалаһында төҙөлгәне майҙаны буйынса иң ҙуры буласаҡ. Комплекста шулай уҡ тенннис академияһы ла урын ала, биләмәлә ҙур теннис өсөн 6 корт урынлаштырыу күҙаллана.
Шуны ла әйтеп үтергә кәрәк, Башҡортостанда һуңғы йылдарҙа спорт объекттарын сафҡа индереүгә, спортты үҫтереүгә ныҡлы иғтибар бирелә. Өфөлә быйыл Өлфәт Мостафин исемендәге спорт әҙерлеге үҙәге сафҡа индерелде, Көрәш һарайы, Ишкәкле слалом, Фехтование үҙәге төҙөлә. Башҡортостан көҙгөһөн «Рәсәй-спорт дәүләте» форумын да ҡабул итергә әҙерләнә.