Өфө урамдарына ғына 6 меңдән ашыу үҫенте ултыртыу ҡаралған. Баш ҡаланың 450 йыллыҡ тарихи юбилейына - 450 йүкә акцияһы, ландшафт биҙәү эштәре башланды ла инде. Теманы БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким дауам итә.
Шәмбе иртәһе булыуға ҡарамаҫтан баш ҡала урамдарында эш ҡайнай. Өфөнөң Аксаков баҡсаһы алдына дүрт тиҫтә йүкә ағасы ултыртылды. Ҡала етәкселеге, ирекмәндәр, сәйәсмәндәр, урындағы халыҡ тырышлығы менән бер нисә минут эсендә яңы аллея барлыҡҡа килде.
«Өфө йүкәләре» йыры яңғырап торған шәмбе өмәһе үҙе бер байрамға әйләнде.Экологик акцияла ҡатнашыусылар баш ҡаланың 450 йыллыҡ юбилейына бағышланған ағастарҙы айырыуса ҡыуаныс һәм күләмле сараға ҙур өмөттәр менән ултыртты.
«Йәшел Башҡортостан» экологик акцияһына республика район-ҡалалары ла дәррәү ҡушылды. Кушнаренко районында «Хәтер аллеяһында» махсус хәрби операцияла һәләк булған яугирҙар хөрмәтенә ағастар ултыртылды. Илһөйәрлек сараһында яугирҙарҙың яҡындары, кадетттар, ирекмәндәр, хәрби хәрәкәт ветерандары ҡатнашты. Былтыр «Йәшел Башҡортостан» акцияһы республика буйынса 70 меңдән ашыу кешене берләштерҙе. Быйыл теләктәшлек күрһәтеүселәр тағы ла күберәк булыр тип көтөлә.
Флорида Ким