Өфөлә хәбәрһеҙ юғалған үҫмерҙәрҙе эҙләү дауам итә

Бының өсөн Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының Ка-32 вертолеты ла йәлеп ителә. Комитет рәйесе вазифаһын башҡарыусы Кирилл Первов хәбәр итеүенсә, кисә Ағиҙел йылғаһы акваторияһын Затон күперенән Благовещен ҡалаһына тиклем урап үткәндәр.

Бөгөн ҡотҡарыусылар катер ярҙамында йылға һәм яр буйҙарын тикшергән. Эҙләү саралары бер көнгә лә туҡтамай. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Павел Паличев менән Дамир Әҙеһәмов 30 мартта юғалды.

Ике көндән Ағиҙел йылғаһы үҙәнен тикшереү барышында үҫмерҙәрҙең береһенең итеге табылды. 6 апрелдә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Өфө буйлап эш сәфәре барышында юғалған уҡыусыларҙы эҙләү буйынса штабта булды. Ул Рәсәй Геройы Максим Серафимов исемендәге 40-сы мәктәптә ойошторолған. Төбәк етәксеһе ирекмәндәргә эште туҡтатмаҫҡа, шулай уҡ эҙләүҙә ҡатнашыусыларҙы йылы аш һәм барлыҡ кәрәк-яраҡтар менән тәьмин итергә ҡушты.