Сараны Бөтә Донъя башҡорттары ҡоролтайы «Ағиҙел» башҡорт художество кәсептәре предприятиеһы менән берлектә әҙерләгән.
Һуңғы йылдарҙа милли стилдәге кейем-һалым тегеүселәр, боронғо кейем өлгөләрен тергеҙеүселәр арта. Улар араһында профессиональ дизайнерҙар ҙа, халыҡ араһынан сыҡҡан оҫталар ҙа бар. Презентацияла төрлө кейем коллекциялары күрһәтелде, уларҙың күбеһен сәхнәлә генә түгел, көндәлек тормошта ла кейеп йөрөргә мөмкин.
Кейем өлгөләре күп төрлө һәм үҙенсәлекле. Тотош ғаилә өсөн тәғәйенләнгән коллекциялар ҙа бар. Мәҫәлән, «Ағиҙел» башҡорт художество кәсептәре предприятиеһы яңы коллекция тәҡдим итә, ул СССР-ҙың халыҡ артисы, сәхнә йондоҙо Гөлли Арыҫлан ҡыҙы Мөбәрәковаға арналған. Был предприятие тарихындағы тәүге исемле коллекция түгел. «Ағиҙел» оҫталары ошоға тиклем Рәбиға Ҡушаеваға бағышланған коллекция сығарғайны, был кейем өлгөләре халыҡ араһында ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты.