Былтырғы күрһәткестәр менән сағыштырғанда, был 155-кә күберәк. Яңылыҡ менән социаль селтәрҙәрендәге сәхифәһендә төбәк башлығы бүлеште. Радий Хәбиров белдереүенсә, бәйгенең төп өлөшөнә республиканан 220 проект үткән.
Был йәһәттән Әбйәлил, Ейәнсура, Туймазы райондары, Өфө, Нефтекама, Стәрлетамаҡ мәктәптәре әүҙемлек күрһәткән. Башҡортостан башлығы конкурсты Урындағы башланғыстарға ярҙам итеү программаһы менән сағыштырҙы. Бында ла уҡыусылар үҙ инициативаһын белдереп, дәүләт ярҙамында проекттарын тормошҡа ашыра.