Шулай ҙа Республика Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, ҡайһы бер йылғаларҙа һыу кимәле тағы ла күтәрелеүе ихтимал. Өфө янындағы Ағиҙел йылғаһында ташҡын 6 метрға тиклем еткән. Хәүефле кимәлгә тиклем тағы 1 метр тирәһе ҡала.
Бынан тыш, баш ҡалалағы Дим йылғаһы, Бөрөләге Ағиҙел, Хәйбулла районындағы Таналыҡ йылғаларының ныҡ ташыуы теркәлгән. Һыу баҫыу хәүефе янаған баҡсасылыҡ ширҡәттәре, автомобиль юлдары, күперҙәр республика ҡотҡарыусылары күҙәтеүендә ҡала. Ғәҙәттән тыш хәл осрағында 112 һандары буйынса шылтыратырға кәңәш ителә.