Башҡортостандан махсус хәрби операция биләмәһенә сираттағы гуманитар конвой барып етте

121-се ылауға, һалдаттар һорауы буйынса, хәрби шарттарҙа иң кәрәкле әйберҙәр - тепловизор, квадрокоптер, рациялар тупланған. Бынан тыш, республиканан Донбасҡа утын, төҙөлөш материалдары, кейем-һалым, дарыуҙар, эсәр һыу оҙатылды. НИВА, УАЗ, джип - ылау составында 25 юғары үтемле техника ла бар. Яугирҙарыбыҙға йәмғеһе 20 йөк машинаһы оҙатылды.

Гуманитар ылауҙы тантаналы шарттарҙа Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Ирек Сәғитов оҙатты. Дәүләт эшмәкәре водителдәрҙе юл ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә һәм хәрби бәрелеш биләмәһендә шәхси хәүефһеҙлек тураһында онотмаҫҡа саҡырҙы.