Бөгөн республика йәмәғәтселеге Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай йортонда билдәле дәүләт эшмәкәре, «Почет Билдәһе» һәм Салауат Юлаев ордендары кавалеры, Рәсәйҙең атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Исмәғил Ғәбитов менән хушлашты.
Исмәғил Ғәбитов Бөрйән районы Ғәлиәкбәр ауылында тыуып үҫкән. Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтын тамамлағандан һуң ул хеҙмәт юлын тыуған яғында уҡытыусы булып башлай. Әммә Исмәғил Әхмәҙулла улына мәғариф системаһында оҙаҡ эшләргә тура килмәй. Алдынғы ҡарашлы, белемле йәш белгес ВЛКСМ-дың Бөрйән район комитетына беренсе секретарь итеп тәғәйенләнә. Шул ваҡыттан бирле Исмәғил Әхмәҙулла улының бар тормошо комсомол, партия, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрлеге менән бәйле. Исмәғил Ғәбитов хужалыҡ етәксеһе лә, Министрҙар Советы рәйесенең беренсе урынбаҫары ла була. РСФСР-ҙың, Башҡорт АССР-ының Юғары Советы бер нисә саҡырылыш депутаты итеп һайлана, 1995 йылдан Башҡортостан Президенты Хакимәте етәксеһе булып эшләй. Республикала "Берҙәм Рәсәй" сәйәси фирҡәһенең төбәк бүлексәһен ойоштороуға күп көс һала. Күренекле дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре тыуған яғы менән бәйләнеште бер ваҡытта ла өҙмәй, Бөрйән районының почетлы гражданины ла була, төбәктең социаль инфраструктараһын үҫтереүгә күп көс һала.
Исмәғил Ғәбитов ҡайҙа ғына эшләһә лә юғары һөнәри оҫталыҡ өлгөһө, кешелекле етәксе була, кадрҙар әҙерләүгә лә, йәштәр менән эшләүгә лә ныҡлы иғтибар бирә. Үҙенең өс улын да Башҡортостандың лайыҡлы шәхестәре итеп тәрбиәләй. Исмәғил Әхмәҙулла улы тыуған республикаһы, тыуған төйәге өсөн янып йәшәгән бөйөк, абруйлы уҙаман булды, ти матәм митингында ҡатнашыусылар. Күренекле дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре тыуған яғында-Бөрйән районы Ғәлиәкбәр ауылында ерләнәсәк.