Денис Мантуров Ташкентта Башҡортостан экспозицияһы менән танышты

Рәсәй Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары - Сәнәғәт һәм сауҙа министры Денис Мантуров Ташкентта Башҡортостан экспозицияһы менән танышты. «Иннопром. Үҙәк Азия» халыҡ-ара күргәҙмәһендә республика стенды бик күп видеоэкрандарҙан эшләнгән, уларҙың һәр береһе, айырым алғанда, Башҡортостан сәнәғәтенең мөһим этаптарын сағылдыра: нефть химияһы, машиналар эшләү, еңел һәм аграр сәнәғәт. Бөгөн 60-тан ашыу төбәк Үзбәкстан менән хеҙмәттәшлек итә һәм Башҡортостан иң әүҙемдәрҙең береһе, тип билдәләне федераль вице-премьер. Республика стендын ҡарағандан һуң Денис Мантуров «Башҡортостан-Үзбәкстан бизнес - диалогы» В2В зонаһында булды.

Башҡортостан Ҡараҡалпаҡстан менән хеҙмәттәшлекте үҫтереү буйынса юл картаһына ҡул ҡуйҙы. Был документ ике республика араһында сауҙа-иҡтисади өлкәлә, сәнәғәттә, агросәнәғәт комплексында, шулай уҡ хеҙмәт һәм социаль яҡлау, мәғариф, мәҙәниәт һәм туризм, йәштәр сәйәсәте, физик культура һәм спорт, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, тирә-яҡ мөхитте һаҡлау һәм төҙөлөш өлкәләрендә хеҙмәттәшлекте нығытыуҙы күҙ уңында тота. Килешеүгә Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры Андрей Назаров һәм Ҡараҡалпаҡстандың Министрҙар советы рәйесе Фарход Эрманов ҡул ҡуйҙы.