Әрме хеҙмәтенә егеттәрҙе Башҡортостан Хөкүмәте, Хәрби комиссариат етәкселеге, дин әһелдәре изге теләктәр менән оҙатты.
Рәсәй Ҡораллы көстәр сафына яҙғы саҡырылышта Башҡортостандан 5 меңдән ашыу ир-егет алына. Бөгөн юлға сыҡҡан тәүге эшелонда 140 яҡташыбыҙ, улар һауа-космос, милли гвардия, ҡоро ер ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итәсәк. Хәрби комиссариат етәкселәре әйтеүенсә, Башҡортостан егеттәре ҡайҙа ғына хәрби бурысын үтәһә лә һынатмай, яҡташтарыбыҙ хаҡында гел яҡшы хәбәрҙәр килеп тора. Беҙҙең егеттәр физик һәм рухи яҡтан әҙерлеге, яуаплылығы, ҡыйыулығы менән айырыла.
Хәрби хеҙмәт системаһына быйыл үҙгәрештәр ҙә индерелгән. 1 ғинуарҙан әрме сафына саҡырыу йәше 30-ға тиклем күтәрелгән. Шулай уҡ Башҡортостан егеттәре хәҙер сик буйы ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итә башлай, һуңғы йылдарҙа яҡташтарбыҙ был хәрби частаргә оҙатылмаған. Алыҫ юлға сығыусы егеттәрҙең кәйефе күтәренке, улар алдан уҡ үҙҙәрен физик яҡтан әҙерләгән, спорт менән шөғөлләнгән. Ир-егеттең бурысы илде һаҡлау, әрме хеҙмәтен һәр беребеҙ үтергә тейеш, ти юлға сығыусылар.