Иглин районында йәштәр компанияһына ҡарата көс ҡулланыу осрағы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылды

Тикшереү күрһәтеүенсә, уҙған шәмбе «Toyota Land Cruiser» водителе менән юл аша сығып барған үҫмерҙәр араһында низағ ҡуба. Һөҙөмтәлә ир үҙенең ике улы һәм тағы ла бер кеше менән йәштәрҙе туҡмай.

Был ваҡиғанан һуң ике бәлиғ булмаған бала төрлө йәрәхәттәр ала һәм медицина учреждениеһына һалына. Был хәл шундай уҡ йәмғиәттә ҙур резонанс тыуҙыра. Әлеге ваҡытта ваҡиға сәбәптәрен асыҡлау, конфликтта ҡатнашыусыларҙың эшмәкәрлегенә хоҡуҡи баһа биреү маҡсатында тәфтиш-оператив саралар комплексы ойошторолған. Иглиндәге хәлде Башҡортостан башлығы ҡарамағындағы Кеше хоҡуҡтары буйынса совет рәйесе лә хәлде контролгә алды.

Бер кемгә лә хөкөм итеү хоҡуғы бирелмәгән, бигерәк тә мәктәп уҡыусыларына ҡарата. Шуға ла тикшереүҙән һуң енәйәттә ғәйепләнеүселәр язаһын алырға тейеш. Бында уларҙың эшҡыуарлыҡты һәм спортты үҫтереүгә индергән ыңғай характеристикаһы ла иҫәпкә алынырға тейеш түгел.

Зөлфиә Ғайсина, Башҡортостан башлығы ҡарамағындағы кеше хоҡуҡтары һәм гражданлыҡ йәмғиәте институттарын үҫтереү буйынса совет рәйесе