Яуаплы миҙгел. Республика баҫыуҙарында сәсеү эштәре старт алды. 2 миллион гектарҙан ашыу майҙанда бөртөклө һәм ҡуҙаҡлылар, арпа, һоло, борсаҡ, көнбағыш, шәкәр сөгөлдөрө һәм башҡа культуралар сәсеү көтөлә. Әле баҫыуҙарҙа дым ҡаплау, тупраҡты әҙерләү эштәре бара һәм ошо көндәрҙә сәсеү кампанияһына барлыҡ хужалыҡтар ҙа дәррәү ҡушылыр тип күҙаллана. Благовещен районы ауыл хужалығы эшселәре тәүгеләрҙән булып баҫыу эштәренә төштө. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.
Көндәр йылытыу менән аграрийҙар баҫыу эштәренә ныҡлап тотондо. «Несговоров» шәхси эшҡыуарлыҡ хужалығы Благовещен районы буйынса иң беренселәрҙән булып бөртөклө культураларҙы сәсеүгә төшкән. Ауыл хужалығы эшсәндәре 100 гектар бойҙай, 50 гектар һоло үҫтерергә иҫәп тота. Ғөмүмән, район буйынса ла баҫыу миҙгеленә етди әҙерлек ойошторолған.
Благовещен районы аграрийҙары сифатлы орлоҡтарҙы һатып алыу, ҡулдан килгәнсе матди-техник базаны нығытыу мәсьәләләрен ҡыш аҙағында уҡ хәстәрләгән. Ауыл хужалығы белгестәре йәй эҫе булыр тип көтөлһә лә, ямғырҙар ҙа булыр тигән өмөттә ҡала.
Башҡортостанда ашлама һатып алыуға киткән сығымдарҙың төп өлөшөн төбәк бюджеты ҡаплай. 2024 йылда субсидия лимиты 560 миллион һум күләмендә ҡаралған. Былтыр ауыл хужалығы тармағы хеҙмәткәрҙәре, ҡатмарлы һауа шарттарына ҡарамаҫтан, 3 миллион тонна уңыш йыйып алды. Аграрийҙар баҫыуҙарға сәсеү эштәренең тәүге көндәренән үк йылдағыса мул уңыш йыйып алырға тигән ышаныс менән сыға.
Флорида Ким