Сәйәхәтселәр ағымы халыҡ кәсебе, сувенир продукцияһын һатыуға, хеҙмәттәр күрһәтеүгә киң юлдар аса. Хозур тәбиғәтле Бөрйәндә туризмды үҫтереү юлдарын хаҡында тулыраҡ киләһе яҙмала.
Рәсми мәғлүмәттәргә күҙ һалһаҡ, Бөрйәнгә йылына ял итергә 100 меңгә яҡын турист килә. Автотуристар, Ағиҙелдән катамарандарҙа ағып төшөүселәр, йәйәүләп тау армыттарына артылыусылар. Эшҡыуарҙар һәм ерле халыҡ туранан-тура иҡтисади файҙа, килем алһын өсөн был һанды тағы ла арттырырға мөмкин, тигән фекерҙә белгестәр.
Бөрйәндә туризм индустрияһын үҫтереүгә байтаҡ аҡса һалына ҡунаҡханалар, кемпингтар төҙөлә, ял итеү урындары ойошторола, инфраструктура үҫешә. Ерле халыҡ, инвесторҙар тарафынан да сәйәхәт төрҙәрен һәм маршруттарын арттырыу мөһимлеген аңлау бар. Былтыр туризмды үҫтереүгә субсидия юллаған 10 эшҡыуарҙың 7 глемпингтар төҙөүгә, ҡорамалдар һатып алыуға дәүләт ярҙамы алған. Ауыл хужалығы менән йәнәш туризмды үҫтереүсе Айнур Дәүләтбаев 2021 йылда район хакимиәтенән ярҙам алған, ә быйыл иһә республиканан субсидия юллауға рәсми документтар әҙерләй.
Вилдан Кәримов бүрәнә йорттар төҙөй. Канализация, душ бүлмәләре, заманса һәм сифатлы мебель... Эшҡыуар тотош ғаиләләре менән ял итеүселәр ихтыяжы өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыу менән мәшғүл. Бөрйән эшҡыуары ҡуйған төп маҡсаттарҙың береһе-туризмдың йылдам темптар менән үҫеше тирә-яҡ мөхиткә зыян килтермәһен.
Бындай уңайлы йорттарҙа ял итеүселәр теләһә ҡайҙа усаҡ яндырмаясаҡ, ағастарҙы ҡырмаясаҡ, сүп ҡалдырмаясаҡ. Туристарҙың ялы тирә-яҡ мөхиткә зыян итмәйәсәк, тип ышандыра эшҡыуар. Быйыл туризмды үҫтереү буйынса федераль программала ҡатнашыуға Бөрйән эшҡыуарҙары тарафынан тағы ла тиҫтәләп заявка бирелгән. Төбәктә күпләп глемпингтар, кемпингтар һәм ҡунаҡханалар төҙөлөүе сәйәхәттәрҙе йәйге миҙгелдән тыш, йыл әйләнәһенә үҫтереү мөмкинлеге бирәсәк тип күҙаллана.
Гүзәл Борханова