Башҡортостандың баҡсасыларға ярҙам буйынса тәжрибәһен башҡа төбәктәр ҙә өйрәнә

Республика хөкүмәтенең агросәнәғәт комплексы һәм тәбиғәттән файҙаланыу буйынса департаменты директоры Светлана Белова белдереүенсә, бөгөн баҡсасыларға 13 йүнәлеш буйынса ярҙам күрһәтелә. Башҡа төбәктәрҙән мөрәжәғәт итеүселәр бар. Улар күрелгән саралар менән ҡыҙыҡһына. Башҡортостанда әле мең ярымға яҡын баҡсасылар ширҡәте  иҫәпләнә.