Яҡынлашып килгән байрам көндәрендә медицина учреждениеларының эш тәртибе билдәле булды. Травпункттар бөтә ҡала һәм райондарҙа тәүлек әйләнәһенә эшләй. Табипты өйгә көндөҙгө сәғәт 4-кә тиклем саҡыртырға була. Поликлиникалар иртәнге 8-ҙән сәғәт 5-кә тиклем ҡабул итә. Был көндәрҙә шулай уҡ диспансеризация үтергә мөмкин. Быйыл Яҙ һәм Хеҙмәт байрамы уңайынан 28,29,30 апрель һәм 1 май ял була. Еңеү көнөндә, 9-ынан 12-еһенә тиклем ял ҡаралған.