Башҡортостан һәм Үзбәкстан берҙәм технопарк булдырырға ниәтләй

Республика делегацияһының Ташкентҡа эш сәфәре барышында "Узкимесаноат" предприятиеһы менән хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөлдө. Был компания Үзбәкстандың бер нисә химия предприятиеһын берләштерә. Бында етештерелгән тауар башҡа илдәргә лә һатыла. Башҡортостан делегацияһы "ИННОПРОМ. Үҙәк Азия" халыҡ-ара сәнәғәт күргәҙмәһендә ҡатнаша.