Радий Хәбиров социаль селтәрҙә яҙғы баҫыу эштәре башланыуы тураһында яҙҙы. - Республиканың көньяғында ғына түгел, төньяҡта райондар баҫыуға сыҡты. Бойҙай, һоло, арпа сәселә. Шишмә, Өфө Ҡырмыҫҡалы хужалыҡтары эшкә дәррәү тотонған, -ти Радий Хәбиров. Быйыл яҙ республикала 2 миллион 70 мең гектар сәселә.