Хәйбулла районында махсус хәрби операция барышында батырҙарса һәләк булған Фларит Аҡсуринға мемориаль таҡтаташ асылды. Ул һалдат белем алған Аҡъяр ауылының 2-се мәктәбендә ҡуйылды. Сарала яугирҙең ғаиләһе, яҡындары, дуҫтары, уҡытыусылар, уҡыусылар һәм башҡалар ҡатнашты. “Фларит яуаплы, ярҙамсыл, илһөйәр булды, техниканы яратты”, ти яугирҙең туғаны Рәжәп Иҙрисов.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтФларит Аҡсурин тормош иптәше менән 9 бала тәрбиәләп үҫтергәндәр, 7 ейән-ейәнсәре бар. Ул 2023 йылда Оборона министрлығы менән контракт төҙөй. Махсус хәрби операцияла мотоуҡсылар батальонында алғы һыҙыҡта ҡатнаша. Фларит Аҡсурин быйыл ғинуарҙа ғүмере өҙөлә. Хәрби бурысын үтәгәндә күрһәткән ҡаһарманлығы өсөн үлгәндән һуң Батырлыҡ орденына күрһәтелә.