Беҙҙең республиканан мобилизацияланғандар һәм доброволецтарға кәрәкле әйберҙәр ебәрелде, тип белдерәләр Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан. Яҡташтарыбыҙға 25 автомобиль, өс мотоцикл, йөк ташыған квадроцикл, машина тағылмалары, таҡта, бензин бысҡыстар, генераторҙар, блиндаж шәмдәре, маскировка селтәрҙәре, аҙыҡ-түлек, дарыу һәм яҡындарынан посылкалар тапшырылды.