Ошо көндәрҙә беҙҙең республиканан рәсми делегация Ташкентта “ИННОПРОМ. Үҙәк Азия” халыҡ-ара сәнәғәт күргәҙмәһендә ҡатнаша. Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығынан белдереүҙәренсә, форум барышында ҙур килешеүгә ҡул ҡуйылды. “Евразия-Өфө” ойошмаһы аша күрше төбәктәргә лә Үзбәкстанда үҫтерелгән емеш, йәшелсә һәм еләк таратыла. Халыҡ-ара күргәҙмәлә беҙҙең республика айырым стенд әҙерләгән. Унда 66 ойошма һәм эшҡыуар тауарҙарын тәҡдим итә.