Йырҙарым һеҙгә ҡала. Өфөлә йырсы-шағир Ғилман Иҙрисовтың яҡты иҫтәлегенә концерт үтте. «Юлдаш» радиоһы ойошторған кисә Ғилман Иҙрисовтың яҡындарын, ижадташ дуҫтарын, шулай уҡ уның йырҙарын яратып тыңлаған тамашасыларҙы бергә йыйҙы.
Ғилман Иҙрисов 1948 йылда Ейәнсура районы Мөхәмәтйән ауылында тыуған. Абҙан урта мәктәбен тамамлағандан һуң Яңы Себенле ауылында рәсем, физика, физкультура уҡытыусыһы булып эшләй. Артабан, Өфө сәнғәт институтын тамамлап, 12 йыл Ейәнсура районы мәҙәниәт бүлеген етәкләй. 1990 йылда Өфөгә күсеп, «Башҡортостан» дәүләт телевидениеһында журналист булып эш башлай. Уның тап ошо осорҙа ижад иткән бик күп йырҙары киң билдәләлелек яулай.