Техник хеҙмәтләндереүҙән тыш, «Ястреб» тип аталған һауа транспорты урман янғындарын һүндереү өсөн яңы йыһаздар менән тулыландырылды. Күп функциялы вертолет экстремаль шарттарҙа йәлеп ителә, шуға ла уның инженер-техник торошонда етешһеҙлектәр булмаҫҡа тейеш. Ҡыш көндәрендә ул эҙләү-ҡотҡарыу эштәрендә, йәй көнө урман янғындарын һүндереүҙә файҙаланыла. Былтыр Ка-32 тиҫтәнән ашыу ҙур урман янғынына йәлеп ителгән, шулай уҡ Бөрйән районында ут ҡамауына эләккән ҡотҡарыусыларҙы эвакуцацияларға ярҙам иткән.