Республикала «Сәләмәтлек поездары» йөрөй башлан

Республикала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса «Сәләмәтлек поездары» йөрөй башланы. Заманса күсмә мобиль комплекстар флюорограф, маммограф, диагностика үҙәктәре, стоматология кабинеттары менән йыһазландырылған. Бишенсе йыл рәттән үткәрелгән һәм халыҡта ҙур ихтыяж менән файҙаланған тәжрибәне Рәсәй һаулыҡ һаҡлау министрлығы башҡа төбәктәргә лә индерергә тәҡдим итә. Ауыл халҡына медицина ярҙамы хаҡында киләһе яҙмала.

Республикала алты маршрут буйынса 26 «Сәләмәтлек поезы» йөрөй. Пациенттар невропатолог, окулист, уролог, маммолог һәм стоматолог кеүек белгестәргә күренә ала. Стәрлетамаҡ маршрутында 10 район, шул иҫәптән Ауырғазы районы халҡы ла хеҙмәтләндерелә.

Былтыр «Сәләмәтлек поездары « 55 районда 259 ауылда булған. 274 табип 43 мең кешенең һаулыҡ торошон тикшергән. Быйыл улар 15 апрелдән эш башланы. «Сәләмәтлек поезы»ның һаулыҡ торошон тикшереүҙә, йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәрен иҫкәртеүҙә роле баҙалап бөтөкөһөҙ ти, өлкән йәштәге пациенттар.

Аҡ халатлылар сирҙе асыҡлап, ни тиклем иртәрәк дауалай башлаған һайын, ауырыуҙы тиҙерәк аяҡҡа баҫтырыу, ғүмерен оҙайтыу мөмкинлеге арта.. Иртә стадияла хатта яман шеште лә туҡтатырға була. Шуға ла сирҙе хроник ауырыу кимәленә еткерергә кәрәкмәй, ти белгестәр.

«Сәләмәтлек поезы» составында беренсе тапҡыр Ауырғазы районы үҙәгендә ҙур бригада менән эшләйбеҙ. Ауыл кешеләренең һаулыҡ торошон тикшерәбеҙ, консультация үткәрәбеҙ. Операция талап ителгән осраҡта артабан поликлинкала тикшереү үтергә, һуңынан Өфөгә юллама бирәбеҙ.

Берхуз Козиев, Башҡорт дәүләт медицина университеты хирург-ординаторы

«Сәләмәтлек поезы»нда тикшереү, анализ тапшырыу һәм процедуралар үтеү бушлай. Үҙең менән паспорт һәм медицина полисы ғына алырға кәрәк,алдан яҙылырға кәрәкмәй Ҡабул итеү сират тәртибендә ойошторола. Табиптар Өфө, Дыуан, Нефтекама, Октябрьский, Стәрлетамаҡ һәм Белорет йүнәлешендә эшләй. Акция заманса медицина ҡаҙаныштарын төпкөлдәге халыҡҡа күберәк еткереү мөмкинлеге бирә, ти аҡ халатлылар.

Гүзәл Борханова