Башҡортостанда Белгородтан 498 бала ял итә

Был ҡарарҙы өлкә губернаторы менән һөйләшкәндән һуң төбәк башлығы Радий Хәбиров ҡабул иткәйне. Уҙған аҙнала мәктәп уҡыусылары ике төркөмгә бүленеп, Илеш һәм Әбйәлил райондарындағы һауыҡтырыу учреждениеларына урынлаштырылды. «Орленок» лагерында балалар өсөн булдырылған шарттар һәм төбәктәге мәғариф системаһы үҫеше менән Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министрының беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев танышты. БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә

Ҡунаҡсыллыҡ һәм хәстәрлек билдәһе. Рәсәй геройы, легендар комдив Миңлеғәле Шайморатов һәйкәле төшөрөлгән ранец, канцелярия тауарҙарынан тыш, балалар Башҡортостан символикаһы менән кепка, худи, футболка алып ҡыуанды. Илеш районының «Орленок» лагерында Белгородтан килгән мәктәп уҡыусылары өсөн бай мәғариф һәм күңел асыу программаһы ойошторолған. Көн дә тиерлек экскурсиялар.

Тәьҫораттар иҫ киткес, беҙҙе яҡшы ҡаршы алдылар. Көн дә мәҙәни саралар үтә, бүләктәр алабыҙ, тәмле ашаталар. Вожатыйҙар бик яҡшы. Башҡортостандың иҫтәлекле урындары, тәбиғәте, ғөрөф-ғәҙәттәр һәм йолалар тураһында күп мәғлүмәт алдыҡ.

Ангелина Лысенко, «Орлёнок» һауыҡтырыу лагерында ял итеүсе

Белгородтан килгән ярты меңгә яҡын мәктәп уҡыусыһын Илеш һәм Әбйәлил райондарындағы һауыҡтырыу лагерҙары ҡаршы алғайны. Балаларға уҡыу программаһын ҡыуып етергә кәрәк, һуңғы сиректе улар дистанцион форматта түгел, ә Башҡортостанда тамамлай. Төшкә тиклем дәрестәрҙә булһалар, ҡалған ваҡыт өҫтәмә белем алыу, спорт һәм мәҙәни сараларға ҡаралған.

Илеш районында мәғариф системаһын нығытыуға айырыуса иғтибар бүленә. Башҡорт аграр-технология колледжын ғына алайыҡ, уҙған йыл уҡыу корпусы капиталь ремонтланған. Республика башлығы гранты һәм «Йәш профессионалдар» федераль проекты буйынса яңы лаборатория-оҫтаханалар асылған.

Ветеринария йүнәлеше буйынса яңы ҡорамалдар менән тәьмин ителеү - студенттарҙың практик яҡтан тәжрибәһен арттырыуға булышлыҡ иткән. Уҡыу йортондағы клиника белгестәренә эт-бесәйҙәрҙе дауалау һорауҙары буйынса, хатта, күрше райондарҙан да мөрәжәғәт итәләр.

Илеш районында мәктәптәргә капиталь ремонт федераль программаһы буйынса алты белем усағы төҙөкләндерелгән. Үрге Йәркәйҙә урынлашҡан Тәлғәт Рахманов исемендәге мәктәпте лә яңыртырға ваҡыт. Барлыҡ проект смета документтары әҙер, быйыл конкурста ҡатнашыуға заявка ебәреү ҡаралған.

Ярты быуатҡа яҡын тарихы булған мәғариф учреждениеһында һуңғы тапҡыр капиталь ремонт 2011 йылда ойошторолған. Урындағы етәкселек билдәләүенсә, бинаны заман талаптарына яраҡлаштырыу - көнүҙәк мәсьәлә.

Белем усағын төҙөкләндереүгә яҡынса 100 миллион һум аҡса талап ителә. Мәктәптәргә капиталь ремонт федераль программаһына һайлап этабын уңышлы үткән осраҡта, алдағы ике йыл эсендә ул заманса төҫ алыр тип көтөлә.

Гөлназ Хәйбуллина