Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында уҙған хәйриә концертында, яҡташтар ойошмаһының эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһалды, киләсәккә маҡсаттар билдәләнде. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.
Яҡташтар осрашыуы Башҡорт академия драма театры алдындағы майҙанда, Мәжит Ғафури һәйкәленә сәскә һалыуҙан башланды. Башҡортостандың беренсе халыҡ шағирын ғафуриҙар йыл да хөрмәтләп иҫкә ала.
Ҡурай, гармун моңдары менән үрелеп барған сара күптәрҙе йәшлегенә алып ҡайтты. Оҙаҡ йылдар күрешмәгән һабаҡташтар күрешеп, һөйләшеп һүҙҙәре бөтмәне, ҡасандыр үҙҙәренә белем биргән уҡытыусылары менән осрашты.
Яҡташтар осрашыуы хөрмәтенә театр фойеһы ла байрамса биҙәлде. Ҡунаҡтар Ғафури районын данлаған шәхестәрҙең стенд-күргәҙмәһе, төбәк йәшәйен күтәргән эштәр менән яҡындан танышты. Шул иҫәптән, шифахананың бөгөнгө уңыштарын барлап, эшҡыуарҙарҙың продукцияһынан да ауыҙ итте.
Яҡташтар осрашыуы йыр-бейеүгә генә ҡоролманы. Ғафуриҙар район менән баш ҡала араһындағы бәйләнеште нығытты. Борсоған мәсьәләрҙе уртаға һалып һөйләшеп, хәл итеү юлдары барланды. Сара сиктәрендә ойошманың яңы рәйесе һайланды.
Сарала киләһе йылдарға аныҡ бурыстар ҙа билдәләнде. Иң мөһиме осрашыу яҡташтарҙы берләштерҙе, берҙәмлеккә әйҙәне . Ә билет һатыуҙан йыйылған аҡсаны махсус хәрби операциялағы яугирҙарға ярҙамға йүнәлтергә килешелде.
Азат Ғәлиуллин