9 майҙа Өфөлә яҡташыбыҙ Ғәзи Заһитовҡа һәйкәл асыла. Ул Рейхстагка Еңеү Байрағын беркетә. Сәғәт 12-лә Октябрь проспектында парад була. Ленин майҙанында хәрби техника күргәҙмәһе ойошорола. Быйыл салют булмай. Фейерверк өсөн сығымдар махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам өсөн тотонола. Шулай уҡ хәүефһеҙлек маҡсатында илдә "Үлемһеҙ полк" акцияһы уҙғарылмай.