"Урал аръяғы" Рәсәй инвестиция һабантуйына әҙерлек башланды

Форум барышында егерменән ашыу сессия планлаштырылған. Төбәктә туризмды үҫтереү,  "Урал" махсус иҡтисади биләмәһен булдырыу, ислам финансы, кадрҙар әҙерләү, яһалма интеллект һәм башҡа темалар ҡарала. - Был майҙансыҡта отошло  хеҙмәттәшлекте яйға һалырға, Башҡортостандың күп милләтле мәҙәниәте һәм тарихы менән танышырға була, тине премьер-министр Андрей Назаров. "Урал аръяғы" форумы май аҙағында Сибай  ҡалаһында уҙғарыла.