Рәсәй Ҡулланыусылар хоҡуғын күҙәтеү федераль хеҙмәтенең төбәк идаралығынан белдереүҙәренсә, ҡайһы бер бөжәктәрҙә энцефалит һәм боррелиоз вирустары табылған. Кешеләрҙең ҡурҡыныс сир йоҡтороу осраҡтары асыҡланмаған. Әле белгестәр парк, сквер һәм башҡа йәмәғәт биләмәләрен зарарлы бөжәктәрҙән эшкәртә. Бөгөнгә план 80 процентҡа теүәлләнгән. Биләмәләрҙе эшкәртеү 1 майға тамамланырға тейеш.