Өфө урамдарында йүкә ултыртыла

Ҡала хакимиәтенән белдереүҙәренсә, ҡарт ағастар киҫелә. Пушкин һәм Яңы күпер урамдарынан 34 ағас урынына 40 йүкә ултыртыла. Ошондай уҡ эш Коммунистик урамда алып барыла. Бында 38 йүкә ултырыу ҡаралған. Ҡала хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ҡарт, серек ағастар киҫелә, улар урынын йәш үҫентеләр ала.