Төбәктә яңы йәмәғәт майҙансыҡтары төҙөлөү менән архитектур форма етештереүсе заводтарҙағы продукцияға ихтыяж арта. Нефтекама ҡалаһындағы тимер ҡоролмалар етештереү цехында һуңғы ике йылда производство күләме өстән бер өлөшкә артҡан.
Балалар майҙансығында урынлашҡан ҡоролмалар, урна, эскәмйә һәм башҡа әйберҙәр етештереүсе предприятие тауарҙары республика ғына түгел, Рәсәй төбәктәрендә лә һорау менән файҙалана. Заводты киңәйтеү менән етештереү эшмәкәрлегенә өҫтәмә хеҙмәткәрҙәр талап ителә. Предприятиеға практика үтергә килгән студенттарға эш хаҡы түләнә.