Баш ҡаланан килгән белгестәр бәләкәй инвазив ысул менән операция яһау техникаһына төшөндөрҙө. Оҫталыҡ дәрестәре сиктәрендә Республика балалар клиник дауаханаһының төрлө патология менән сирләүсе өс пациентына операция яһады. Уларҙың береһен беҙҙең ижади төркөм күҙәтте. БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова дауам итә.
Операция өҫтәлендә Арнольд - Киари аномалияһы менән яфаланған 8 йәшлек бала. Сир тыумыштан килә. Патология кесе мейенең умыртҡа каналына күсеүе менән бәйле. Һөҙөмтәлә, баш һөйәге эсендәге ҡан баҫымы күтәрелә. Әмәлиәтте Мәскәү белгесе, нейрохирург Юрий Кушель яһай.
Операция нейрохирургтар конференцияһы сиктәрендә яһала. Әмәлиәттең төп айырмаһы - ул бәләкәй инвазив ысул ярҙамында эшләнә. Һуңғы ваҡытта был технология киң тарала, уның буйынса эшләй белеүсе табиптарҙы үҫтереү - оҫталыҡ дәрестәренең төп маҡсаты.
Операция бүлмәһенән тура бәйләнеште буласаҡ һәм әле эшләп йөрөгән нейрохирургтар ҡарай. Улар республиканың төрлө ҡалаларынан йыйылған.
Илдең алдынғы нейрохирургтары ойошторған дәрестәр - оҫталыҡты үҫтереүгә ҙур этәргес булып тора, ти сарала ҡатнашыусылар.
Әлфинә Килдейәрова