Федераль награданы хәрби байраҡҡа беркетеү тантанаһын Рәсәй Ҡораллы Көстәренең инженер ғәскәрҙәре етәксеһе генерал-лейтенант Юрий Ставицкий үткәрҙе. Сарала республика етәкселәре, Үҙәк хәрби округ вәкилдәре, хәрби частың шәхси составы, ветерандар һәм юнармеецтар ҡатнашты. Орден менән бергә командирға награданың таныҡлығы ла бирелде.
Юғары дәүләт наградаһы Рәсәй Ҡораллы Көстәренең хәрби частарына Ватанды һаҡлау буйынса алыштарҙа, халыҡ-ара тыныслыҡты һаҡлау операцияларында һәм контртеррористик операцияларҙағы айырым ҡаҙаныштар өсөн тапшырыла. Берләшмә хәрбиҙәре махсус хәрби операция барышында инженер тәьминәте бурыстарын үтәүен дауам итә.