Хәүефле миҙгелгә әҙерлек. Башҡортостанда урман янғындарын иҫкәртеү эштәре ойошторола. Урман хужалығы хеҙмәткәрҙәре хәүефле майҙандарҙа ер һөрөп, дымлы тупраҡтан һыҙаттар әҙерләй, тәүлек әйләнәһенә урмандарҙағы хәл-торош буйынса мониторинг алып бара. Апрелдә генә төбәктә Белорет һәм Әбйәлил райондарында урман янғындары теркәлгән. Утҡа көрәшкә әҙерлек тураһында мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.
Буйынан-буйға трактор менән эшселәр урман янғындарын кисектереү өсөн дымлы тупраҡ әҙерләй. Йәй көндәрендә урманда янғын сыҡҡан осраҡта был алым ут таралыуын кәметергә булышлыҡ итә.
Урман тирәләй тупраҡты эшкәртеү өсөн янғын хәүефе янаған участкалар һайлана. Йәш ҡарағайҙар, үләнле урындар иғтибар үҙәгендә. Был йәй Башҡортостанда һауа торошо буйынса урман хужалығы өсөн ҡатмарлы һәм хәүефле һанала, сөнки көндәр эҫе буласаҡ тип фаразлана.
Республика урман хужалығы министрлығы тарафынан урман янғындарына ҡаршы етди әҙерлек ойошторолған. Белгестәр экран аша тәүлек әйләнәһенә мониторинг алып бара, кәрәк саҡта оператив төркөм ебәрелә. Апрелдә генә төбәктә Белорет һәм Әбйәлил райондарында урман янғындары теркәлгән һәм ут тиҙ арала һүнедерелгән.
2023 йылда Урман хужалығы министрлығында билдәләүҙәренсә, урман янғындары менән хәл көсөргәнешле булған. 3 мең гектарҙан ашыу майҙанда 150-нән ашыу янғын теркәлгән. Урман хужалығы министрлығы менән республиканың ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты тырышлығы менән янғындар ваҡытында һүндерелгән. Быйыл да махсус хеҙмәткәрҙәр хәүефһеҙлекте тәьмин итергә әҙер.
Флорида Ким