Башҡортостандың юл хәрәкәтен ойоштороу үҙәге яңы проектҡа старт бирә

Ошо арала Өфө урамдарына велоэкипаждар сығасаҡ. Ике тәгәрмәсле патруль юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу осраҡтарын теркәйәсәк. Бының өсөн улар камералар менән йыһазландырыла. Шулай уҡ экипаж халыҡҡа тәүге ярҙам күрһәтә аласаҡ. Баш ҡала урамдарына велоэкипаждарҙы сығарыу - инфраструктураны үҫтереүгә һәм юл хәрәкәте ҡатнашыусылары хәүефһеҙлеген булдырыу өсөн мөһим аҙым, тип белдерәләр республиканың юл хәрәкәтен ойоштороу үҙәгендә.

Был проект Өфөлә тәүге тапҡыр эшләй башлаясаҡ. Ул электросамокат һәм велосипедтарҙа йөрөүселәр араһында тәртип булдырырға ярҙам итер тип ышанабыҙ. Велоэкипаждар светофорҙар эшен дә күҙәтәсәк, ҡайҙа ниндәй юл билдәһе кәрәклеген дә тикшерәсәк. Әле Өфө урамдарына ике экипаж сығарыу күҙаллана.

Илья Крюков, Башҡортостандың юл хәрәкәтен ойоштороу үҙәге етәксеһе