Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала билдәле яҙыусы, журналист, ғалим, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Рамаҙан Ҡотошовтың тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған хәтер кисәһе үтте.
Сарала Рамаҙан Нурғәле улының дуҫтары, яҡындары ҡатнашты, улар арҙаҡлы шәхес тураһындағы иҫтәлектәре менән уртаҡлашты. Рамаҙан Ҡотошовтың тормош һәм ижад юлын илгә, телгә, хеҙмәткә һөйөү өлгөһө тип әйтергә мөмкин.
Рамаҙан Нурғәле улы Ишембай районының Ҡарайған ауылында тыуып үҫкән. 1942 йылда уҡ Бөйөк Ватан һуғышына юлланып Берлинға тиклем барып еткән ҡаһарман яугир. Уға сит яҡтарҙа ҡалырға ал, юғары вазифалар ҙа тәҡдим итәләр. Әммә ул тыуған Башҡортостанына хеҙмәт итеүҙе һайлай. Ғүмер буйы фән, әҙәбиәт, журналистика һағында тора. Балаларын да тыуған иленең ысын патриоттары, лайыҡлы шәхестәр итеп тәрбиәләй. Атайым иҫ киткес илһөйәр, эшһөйәр кеше ине, уның яҙмышы ла, әҫәрҙәре лә беҙҙең өсөн тормош һабағы булды , ти фронтовик яҙыусының ҡыҙы Асия Тимербулатова.
«Ҡыҙыл Йондоҙ», «Ватан һуғышы» ордендары кавалеры, ғилми хеҙмәттәр, әҙәби әҫәрҙәр авторы, журналист, йәмәғәт эшмәкәре. Рамаҙан Ҡотошов күп ҡырлы талант эйәһе була. Ул ниндәй генә эшкә тотонһа ла еренә еткереп башҡара, юғары дәрәжәләр биләһә лә ябай, ихлас, алсаҡ кеше булып ҡала. Өйөнән туғандары, яҡташтары өҙөлмәй, Рамаҙан Нурғәле улы һәр береһенә ярҙам ҡулы һуҙырға тырыша. Бар көсөн, белемен халыҡҡа хеҙмәт итеүгә, йәш кадрҙар әҙерләүгә арнай.