Сара йәштәр сәйәсәте өлкәһендә эшләүсе белгестәрҙе, юғары уҡыу йорто вәкилдәрен, йәштәр ойошмаһы һәм ирекмәндәр хәрәкәте вәкилдәрен йыйҙы. Фестивалдең тәүге көнө стратегик сессия менән башланды. Унда район-ҡалаларҙан йыйылған ҡатнашыусылар командаларға бүленеп тармаҡта булған мәсьәләләрҙе асыҡланы, уларҙы хәл итеү юлдарын эҙләне. «Уңыш инсайты» фестивалендә ҡатнашыусыларҙы Азат Бадранов сәләмләне.
«Уңыш инсайты» фестивалендә ҡатнашыусылар йәштәр сәйсәтендә булған проблемларҙы хәл итеүсе проекттар өҫтөндә эшләүен дауам итәсәк. Командалар үҙ идеяларын эксперттар алдында яҡлаясаҡ. Башҡортостанда йәштәр сәйәсәте тармағында мең ярымдан ашыу белгес эшләй. Шуға күрә фестивалде 13-15 май ҡабатлау күҙаллана.