Өфөлә «Йөрәгемде балаларға бирәм» конкурсының республика этабы еңеүселәре билдәләнде

Быйыл өҫтәмә белем биреү өлкәһендә эшләгән 80 педагог ете номинация буйынса сығыш яһаған. Ҡатнашыусылар төрлө оҫталыҡ дәрестәре ойоштороп, балалар менән педагогик эшмәкәрлек алып барыу методик алымдары менән уртаҡлашҡан. Еңеүселәр исемлегендә Дәүләкәндән Эльвира Хәмәҙиева ла бар, ул конкурсанттар араһында «Тәбиғи-ғилми йүнәлеш» буйынса иң яҡшы педагог тип танылған.

«Йөрәгемде балаларға бирәм» конкурсын йомғаҡлау тантанаһында абсолют еңеүсе лә билдәләнде. Ул Башҡортостан данын бәйгенең федераль этабында яҡлаясаҡ. Быйыл күләмле сараны уҙғарыу майҙансығы булараҡ Өфө ҡалаһы билдәләнгән, ярыш сентябрҙә үтә. Билдәле булыуынса, республиканың белем биреү системаһында өс меңдән ашыу педагог эшләй, улар үҫеп килгән быуынды тәрбиәләүгә тос өлөш индерә.