Имам ҡоҙоғо буйында баҡса. Баймаҡ районы Иҫке Сибай ауылы менән Алтын ҡасабаһы араһында урынлашҡан саф һыулы шишмә буйы йәшелләндерелә. Был изге эш ирекмәндәр ҡатнашлығында башҡарыла.
Иҫке Сибай ауылында йәшәүсе Имаметдин Биктимеров ҡасандыр үҙ нәҫеле йәйләгән , ата‐бабалары һыулаған шишмәне таба. 2018 йылда был ерҙе кәртәләп ҡуя. Уның хөрмәтенә сығанаҡҡа «Имам шишмәһе» исеме бирелә.
Баймаҡ ҡалаһында йәшәгән Рәмзиә Йәналинаның да ҡарт олаталары ошо урындарҙа йәйләгән. Шишмә буйын йәшелләндереү теләге менән ул да Иҫке Сибай, Алтын ҡасабаһында йәшәүселәргә мөрәжәғәт итә. Изге ниәтте халыҡ та хуплай. Ағас ултыртырға ҡарар ителә. Ошо көндәрҙә бында 200-гә яҡын йәш үҫенте тамыр ебәрәсәк.
«Имам шишмәһе»нән кеше өҙөлмәй, һыуын яратып эсәләр. Ҡоҙоҡ янында аллея барлыҡҡа килһен өсөн көн дә тиерлек өмәләр үтә. Ир‐егеттәр баҡса эшләһә, ҡатын‐ҡыҙҙар уларға төшкө аш бешерә. Күмәк көс менән башҡарылған изге эш шишмәгә яңы көс бирә.
Раушания Рәхимова