Башҡортостан Башлығы Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәрендә Климат һәм тирә-яҡ үҙгәреше мәсьәләләре буйынса министр, доктор Әмнә бинт Абдулла Әл Дахаҡ әл Шәмси менән осрашты. Унда республикала етештерелгән ауыл хужалығы тауарҙарын ғәрәп илдәренә сығарыу буйынса фекер алышыу булды. Башҡортостан тәүгеләрҙән булып хәләл өлгөһө буйынса Рәсәй сифат системаһы баһаһын алды. Радий Хәбиров әйтеүенсә, тиҙҙән Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәрендә беҙҙең республика вәкиллеге асыла. Ул сауҙаны үҫтерергә ярҙам итергә тейеш. Министр Әмнә бинт Абдулла Әл Дахаҡ ауыл хужалығы, технологияларҙы үҫтереү һәм фәнни тикшеренеүҙәр үткәреүгә инвестициялар йәлеп итергә әҙер булыуын белдерҙе. Былтыр республиканан 44 илгә 730 мең тонна ауыл хужалығы тауары экспортланды.