Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығынан белдереүҙәренсә, беҙҙең республиканы ҡунаҡтар йышыраҡ һайлай. Ғинуар һәм февралдә халыҡҡа 2,2 миллиард һумға туристик хеҙмәттәр күрһәтелгән. Ҡунаҡтар шифахана, ял йорто, пансионат, кемпинг һәм балалар лагерҙарында туҡтай, шулай уҡ төрлө йүнәлештәр буйынса экскурсия ойошторола. Быйыл туризмды үҫтереүгә бюджеттан 913 миллион һум тәғәйенләнә.