Башҡортостанда волонтерҙарҙы Граждандар форумында ҡатнашырға саҡыралар

Йәмәғәт палатаһынан хәбәр итеүҙәренсә, бының өсөн алдан теркәлергә кәрәк. Заявкалар  бөгөн дә  ҡабул ителә. Граждандар форумы 3 майҙа Өфөлә үтә. Унда коммерцияға ҡарамаған ойошмалар, әүҙем кешеләр, ирекмәндәр ҡатнаша. Улар өсөн 12 майҙансыҡ эшләй. Махсус хәрби операцияға ярҙам итеү, патриотик тәрбиә, һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәргә хәстәрлек күреү, ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу мәсьәләләре күтәрелә. Граждандар форумы 2014 йылдан үткәрелеп килә.