“Агростартап” конкурсына заявкалар ҡабул итеү башланды. Ауыл хужалығы министрлығынан белдереүҙәренсә, быйыл 149 миллион һум бүленә. Фермерҙар 7 миллион һумға тиклем грант юллай ала. Документтар 9 майға тиклем ҡабул ителә. Һайлап алыу асыҡ һәм ғәҙел булһын өсөн конкурс комиссияһы эше тура эфирҙа күрһәтелә. Былтыр 24 фермер грантҡа лайыҡ булды.